

Был осорҙа 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Акция 14 апрелгә тиклем генә бара, шуға был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Ун көнлөк барышында “Торатау” гәзитенә лә хаҡтар һиҙелерлек кәмей - эшләп йөрөүселәргә почта аша ярты йылға яҙылыу 835, 14 һумға, инвалидтарға, һуғыш ветерандарына 784, 08 һумға барып баҫа.
Ҡалала йәшәүселәр өсөн редакцияға килеп яҙылыу мөмкинлеге бар. Был осраҡта һуғыш ветерандары, 1 һәм 2 төркөм инвалидтары, пенсионерҙар, студенттар, күп балалы ғаиләләр өсөн гәзиттең хаҡы 738 һумға тиң, эшләп йөрөүселәргә – 762 һум.
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы