

Үҙ хеҙмәтен яратҡан, һәр балаға һәм ата-әсәгә иғтибарлы ихтирамлы шәфҡәт туташын ҡала һәм районда белмәгән кеше бик һирәктер.
Тынғыһыҙ, актив, киң күңелле Миңлегөл Хәмзә ҡыҙы ял көндәрен бушҡа үткәрмәй Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә ярата. Шулай уҡ икенсе йыл инде ул "Отклик" эҙләү-ҡотҡарыу отрядының актив ағзаларының береһе булып тора.