Матбуғат
29 Января 2022, 13:00

Тәжрибәле белгес

Сәлимйәнова Сәлимә Зинур ҡыҙы ҡалабыҙҙа иң тәжрибәле шәфҡәт туташтарының береһе.

Тәжрибәле белгесТәжрибәле белгес
Тәжрибәле белгес

Ул үҙәк район дауаханаһының процедуралар бүлмәһендә медсестра булып эшләй. 39 йыл эш стажы булған Сәлимә Зинур ҡыҙы һөнәренә зарланмай, киреһенсә, йылдан-йыл ни тиклем эшкә ашҡынып барыуын, кешеләргә ярҙам итә алыуы менән үҙен бәхетлерәк тойоуын билдәләй.

"Пациент­тарға ҡайһы саҡта дарыу­ҙан бигерәк, йылы һүҙ, матур ҡараш, уларҙы тыңлай һәм йәлләй белеү мөһим. Уларға яҡшы кәйеф, шатлыҡ өләшергә тырышам", - ти ул.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас