Матбуғат
29 Ғинуар 2022, 07:00

Үҙ эшен белеп, кеше сәләмәтлеге өсөн тырышып эшләгән шәфҡәт туташы

Шамсиева Альбина Фәрит ҡыҙы бәләкәй саҡтан аҡ халатлы һөнәр эйәһе булырға хыяллана. Медицинаға һөйөү әсә һөтө менән бирелгәндер, тип уйларға мөмкин, сөнки уның олатаһы - Байгундин Тәлғәт Хәйҙәр улы, әсәһе - Газизова Фәриҙә Тәлғәт ҡыҙы кеше сәләмәтлеге өсөн үҙ ғүмерҙәрен медицинаға бағышлап, хаҡлы ялға сыҡҡансы оло хеҙмәт юлы үтәләр.

Үҙ эшен белеп, кеше сәләмәтлеге өсөн тырышып эшләгән шәфҡәт туташыҮҙ эшен белеп, кеше сәләмәтлеге өсөн тырышып эшләгән шәфҡәт туташы
Үҙ эшен белеп, кеше сәләмәтлеге өсөн тырышып эшләгән шәфҡәт туташы

Салауат ҡалаһындағы медицина колледжына тамамлап 1996 йылда эш юлын Ишембай ҡалаһының стоматология поликлиникаһында башлай. 2004 йылдан Психоневрология диспансерендә участок медсестраһы булып әлеге көнгәсә хеҙмәт юлын дауам итә. Альбина Фәрит ҡыҙы бик итәғәтле, кеше йәнле, үҙ эшенең оҫтаһы, ярҙамға мохтаж булған бер кешене лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай.

#беҙҙең_замана_геройҙары

Үҙ эшен белеп, кеше сәләмәтлеге өсөн тырышып эшләгән шәфҡәт туташы
Үҙ эшен белеп, кеше сәләмәтлеге өсөн тырышып эшләгән шәфҡәт туташы
Үҙ эшен белеп, кеше сәләмәтлеге өсөн тырышып эшләгән шәфҡәт туташы
Автор:Зөлфиә Шәрипова
Читайте нас