

- Беҙҙең коллектив төрлө сәбәптәр арҡаһында аяҡ-ҡулын һындырған, быуындарын сығарған, тән йәрәхәттәре алған пациенттарға тәүлек әйләнәһенә ашығыс медицина ярҙамы күрһәтә, - тип уртаҡлаша Ләлә Бикиева-Кинйәбаева.
Ошо өлкәлә 41 йыл хеҙмәт итә Ләлә Рәсүл ҡыҙы, шуның 25 йылын өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй. Ул - үҙенең эшен яратҡан, ауырыуҙарға һәр саҡ ихтирамлы, иғтибарлы кеше. Коллективта ла шәфҡәт туташын хөрмәт итәләр, ҡәҙерләйҙәр.
Ләлә Рәсүл ҡыҙы Бикиева сығышы менан Ишембай районы Ҡанаҡай ауылынан. Салауат медицина училищеһын 1980 йылда тамамлағас, ошо уҡ ҡалала травматология бүлегендә эш башлай....
- Һайлаған һөнәремде яратам, унан ҡәнәғәтмен. Ошо ваҡыт эсендә меңләгән ауырыуҙарҙы ҡабул итергә, уларға тейешле ярҙам күрһәтергә тура килде. Кешене әжәл тырнағынан һаҡлап алып ҡалыу ҡәнәғәтлек тойғоһон уята, эштә көс һәм дәрт өҫтәй, - ти ул.
Яҡташыбыҙ Ләлә Бикиева медицина өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Салауат ҡалаһы хакимиәтенең, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.