

1980 йылда Салауат медколледжен тамамлағандан һуң Ишембай районы Петровск ауылында участка больницаһында эш башлай. 41 йыл медицина өлкәһендә арымай-талмай хеҙмәт итә. Пациенттар уға рәхмәт һүҙҙәре генә еткерәләр.
Өс ҡыҙ, бер ул үҫеп, буй еткереп, донъя ҡорғандар.
Алһыу йөҙөң, асыҡ күҙҙәрең,
Шифалы ла һинең ҡулдарың.
Кешеләрҙең ғүмер һағында
Үтһен һинең ғүмер юлдарың.
Һинең яндарыңа керәһең дә
Өмөтләнеп ҡарап күҙеңә
Кешеләрҙе шатландырған өсөн,
Оҙон ғүмер бирһен үҙеңә.