Матбуғат
27 Ғинуар 2022, 08:30

Кешеләр үҙ һаулығына иғтибарлы булһын тигән теләктә ул

Хәсәнова Әлфинә Ғизетдин ҡыҙы сығышы менән Үрге Әрмет ауылынан, Әхмәр ауылы килене.

Кешеләр үҙ һаулығына иғтибарлы булһын тигән теләктә улКешеләр үҙ һаулығына иғтибарлы булһын тигән теләктә ул
Кешеләр үҙ һаулығына иғтибарлы булһын тигән теләктә ул

2005 йылда Салауат медицина колледжын уңышлы тамамлап хеҙмәт юлын Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында урынлашҡан "Өмөт" балаларға ярҙам итеү үҙәгендә медсестра булып башлай. Әлеге ваҡытта район үҙәк дауаханаһының "Һаулыҡ үҙәгендә" унынсы йыл инде матур итеп эшләп йөрөй. Эшендәге уңыштары өсөн рәхмәт хаты һәм "За обеспечение безопасности и здоровья граждан" миҙалы менән бүләкләнгән. Тормош иптәше Илдус менән ике бала үҫтерәләр.

"Һаулыҡтарын ваҡытында ҡайғыртһындар ине", - тип өндәшә Әлфинә Ғизетдин ҡыҙы райондаштарына.

Автор:Фәрзәнә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, штаттан тыш хәбәрсе.
Читайте нас