Матбуғат
27 Ғинуар 2022, 12:30

Атай-әсәйемдең хыялы тормошҡа ашты

Ҡаһарманова Айhылыу Хәйҙәр ҡыҙы - "Беҙҙең замана геройҙары" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы.

Атай-әсәйемдең хыялы тормошҡа аштыАтай-әсәйемдең хыялы тормошҡа ашты
Атай-әсәйемдең хыялы тормошҡа ашты

Сығышы менән Биксән ауылынан. Тормош иптәше менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Әлегә көндә ул декрет ялында. Әйткәндәй, өсөнсө ҡыҙҙары быйыл 1 ғинуар көндө тыуған.

2010 йылда мәктәпте тамамлағас Салауат медицина колледжына уҡырга инә.

"Уҡып бөтөп, ҡулға дипломымды алғас оло хыялым тик процедуралар булмәһендә эшләү инә. Шулай итеп Ишембайҙың хирургия бүлегендә процедуралар булмәһендә эш башланым. Эшем, үҙем теләп һайлаған һөнәрем үҙемә бик оҡшай. 2014 йылда тыуған ауылыма яҡыныраҡ тип Яңы Әптеккә эшкә ҡайтып, процедуралар булмәһендә эшемде дауам иттем. Декрет отпускаһынан һуң Ишембайҙың үҙәк район дауаханаһында эш башланым, - тип һөйләй Айһылыу. - Атай-әсәйем мин бәләкәй саҡта уҡ мине аҡ халат кейеп, тыҡылдап ҡына баҫып йөрөгәнемде күрге килеүҙәрен әйтә инеләр. Уларҙың хыялдары тормошға ашҡандыр, тип уйлайым, әммә ләкин бының өсөн уларҙан да бик ҙур көс талап ителде. Зур рәхмәттәремде еткерәм уларға ла!"

Автор:
Читайте нас