Матбуғат
26 Ғинуар 2022, 07:10

Үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара

Нурғалина Гөлнара Зиннәт ҡыҙы Ишембай үҙәк дауаханаһында 27 йыл участка шәфҡәт туташы булып эшләй. Ул табипҡа килгән һәр сирлене яҡшы белә, уның аһ-зарын ентекләп тыңлай, терапевт яҙып биргән дарыу-уколдарҙы нисек файҙаланыу кәрәклеген аңлата.

Үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡараҮҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара
Үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара

Сығышы менән Гөлнара Зиннәт ҡыҙы Кинйәкәй ауылынан.

"Үҙ илемдә халҡыма кәрәкле кеше булып күберәк изгелек эшләге килә, - ти ул. - Мәктәп йылдарында уҡ үҙемде аҡ халатлы медицина хеҙмәткәре итеп күрҙем".

 


#беҙҙең_замана_геройҙары

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас