Матбуғат
25 Ғинуар 2022, 14:30

Ауыл фельдшеры - халыҡтың күҙ терәп торған кешеһе

Сирләп китә ҡалһаҡ, дауаға өмөт итеп иң элек уға барабыҙ. Кинйәбулаттарҙың да ауылдаштарына көн-төн ярҙамға килергә әҙер фельдшерҙары бар. Ул - Әлмира Әмир ҡыҙы Кинйәбаева.

Ауыл фельдшеры - халыҡтың күҙ терәп торған кешеһеАуыл фельдшеры - халыҡтың күҙ терәп торған кешеһе
Ауыл фельдшеры - халыҡтың күҙ терәп торған кешеһе

1985 йылда, Салауат ҡалаһының медицина училищеһын тамамлағандан һуң, Кинйәбулат ауылында фельдшер булып эш башлай ул. Дәртләнеп эшкә тотонған йәш ҡыҙҙы ауыл халҡы тиҙ үк үҙ итә.

Ауыл ерендә фельдшер булып эшләү икеләтә яуаплылыҡ талап итә. Уларға педиатр ҙа, күҙ табибы ла, хатта хирург та булырға тура килә. Әлмира Әмир ҡыҙы Кинйәбулат, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ҡашалаҡбаш, Аникеевка ауылдарынан бөтәһе 1078 кешегә медицина хеҙмәттәре күрһәтә.

Бына инде 37 йыл Әлмира Әмир ҡыҙы бөтә күңелен һалып яратҡан һөнәрен башҡара.


#беҙҙең_замана_геройҙары

Ауыл фельдшеры - халыҡтың күҙ терәп торған кешеһе
Ауыл фельдшеры - халыҡтың күҙ терәп торған кешеһе
Автор:
Читайте нас