Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Ғинуар 2022, 09:00

Беҙҙең замана геройҙары

Ауырып китһәк ҙур өмөт менән медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итәбеҙ. Йыш ҡына улар пациенттар ҙың “икенсе тын алышын” асып ебәрә. Медицина хеҙмәткәрҙәренә булған хөрмәт ҙур.

Беҙҙең замана геройҙары
Беҙҙең замана геройҙары

Хөрмәтле төркөмдәштәр! Яңы йылда башлап тәүге конкурсыбыҙҙы иғлан итәбеҙ. Беҙҙең барыбыҙ хаҡында ла хәстәрлек күргәндәре өсөн рәхмәт әйтеү теләгенән конкурсты "Беҙҙең замана геройҙары" тип атап медицина хеҙмәткәрҙәренә арнайбыҙ. Ҡатнашыу өсөн урта медицина хеҙмәткәрҙәре саҡырыла. Үҙегеҙ, эш көндәре тураһындағы бер аҙ текст менән фотоларҙы төркөмгә ебәрегеҙ.

31 ғинуарға тиклем ҡатнашыусыларҙан ғаризалар ҡабул итәбеҙ. 1 февралдән 11 февралгә тиклем төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында тауыш биреү ойоштороласаҡ. Еңеүсе тураһында "Торатау" гәзите биттәрендә матур мәҡәлә донъя күрәсәк һәм Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенә үҙе теләгән тамашаға ике кешелек саҡырыу ҡағыҙы менән бүләкләнәсәк. Бынан тыш еңеүсе 14-28 февралдә Беҙҙең Башҡортостан төркөмөндә үтәсәк республика кимәлендәге тауыш биреүҙә лә ҡатнашасаҡ.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: