Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Ғинуар 2022, 11:00

Бүләгебеҙҙе оҙаттыҡ

2022 йылдың тәүге ярты йыллығына “Торатау” гәзитенә яҙылыусылар араһында уйнатылған төп призды – электр итүткәргесен Ҡыяуыҡтан Рәзилә Маннановаға тапшырып ҡуйҙыҡ.

Бүләгебеҙҙе оҙаттыҡ
Бүләгебеҙҙе оҙаттыҡ

Рәзилә Абдулла ҡыҙы социаль хеҙмәткәр булып эшләй, уның ҡарамағында 18 оло йәштәге инәй-бабайҙар. Һәр береһенең дә күңеленә юл табып, үҙенең эшен яратып эшләп йөрөй. Шул уҡ ваҡытта “Торатау” гәзитенең дә күптәнге тоғро дуҫы ул.

- Үҙемде белә-белгәндән район гәзитен алдырҙыҡ. Әле лә “Торатау”ға яҙылмай ҡалған юҡ. Үҙем дә, ирем дә яратып уҡыйбыҙ. Һәр ҡайһыбыҙ беренсе булып гәзитте эләктереп уҡып сығырға тырыша. Райондағы бөтә яңылыҡтарҙы “Торатау” аша белеп барабыҙ. Йыл да яҙылып, редакцияла бүләк отошҡа квитанциямды ҡалдырып сығам. Быға тиклем салат һауыты отҡаным бар ине. Былай ҙур бүләккә өмөт тә тимәнем. Беҙҙең ауылға гәзит бер аҙ һуңыраҡ килә бит. Бүләк отоуым тураһында һөйөнсөнө хеҙмәттәштәрем хәбәр итте. Бик шатландым. Киләсәктә лә “Торатау”ҙан айырылмабыҙ, -тине шатланып Рәзилә Абдулла ҡыҙы.

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күп булыуы бер бәхет булһа, уларҙы бүләкләп һөйөндөрә алыбыҙ икеләтә бәхет. Киләсәктә лә “Торатау”ҙы көтөп алыусы, яҙылған квитанцияларын бүләк отошҡа килтереүсе уҡыусыларыбыҙ һаны кәмемәһен ине.

 

 

Автор фотолары.

Бүләгебеҙҙе оҙаттыҡ
Бүләгебеҙҙе оҙаттыҡ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: