

Гәзитебеҙгә тоғролоғо өсөн уға Яңы йылға бик матур бүләк булды. Киләсәктә лә “Торатау” менән бәйләнеш өҙөлмәһен.
Электр итүткәргесенән тыш бер нисә вағыраҡ бүләктәребеҙҙе лә уйнатып эйәләрен асыҡлап ҡуйҙыҡ. Иҙәнгә ҡуйыла торған үлсәү Урман-Бишҡаҙаҡ ауылының Үҙәк урамында йәшәүсе Г.Г.Ибраһимоваға, сәй, тоҙ, шәкәр һауыттары тупланмаһы Аҙнайҙан И.Ғиниәтуллин урамында йәшәүсе Рауза Хәкимоваға эләкте, тәмле генә сәй менән кофе йыйылмаһы Ишембай ҡалаһының Стахановсылар урамы, 26-сы йортта йәшәүсе А.Н.Ғатауллинаға яҙҙы.
Бүләк хужаларын редакцияла көтәбеҙ ! Үҙегеҙ менән паспорт, ИНН, СНИЛС документтарын алып килергә онотмағыҙ.