Матбуғат
24 Декабрь 2021, 10:45

Ал Сапфир туйығыҙ ҡотло булһын!

Уразбай ауылында йәшәүсе Миңлегөл Рәшит ҡыҙы менән Вәғиз Сабир улы Ямалетдиновтарҙың иңгә-иң терәп бергә ғүмер итеүҙәренә 45 йыл.

Ал Сапфир туйығыҙ ҡотло булһын!Ал Сапфир туйығыҙ ҡотло булһын!
Ал Сапфир туйығыҙ ҡотло булһын!

Ике уңған бергә тура килгәнгә лә, тормош йөгөн бергә тартҡанға ла уларҙың донъялары етеш, ҡотло. Ал сапфир туйына ҡәҙәр бергә йәшәү – йылдар һынауына бирешмәгән оло сабырлыҡтың сағылышы ул. 45 йыл татыу ғүмер кисереү өсөн аҡыл, өмөт-ышаныс, түҙемлелек кәрәк. Бер - береһен ихтирам иткән, һөйгән, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, бер - береһенә кәрәк булып йәшәгән, ғаилә усағын һүндермәйенсә, быуындар ебен тигеҙ тотоп, матур ғаилә ҡороп балалар үҫтереүсе, үҙҙәренең күркәм гәүһәр юбилейҙарын билдәләүсе ғаиләне барлыҡ яҡындары, туғандары хөрмәт итә.
Миңлегөл Рәшит ҡыҙы Ишембай районы Байыҡ ауылында күмәк балалы татыу ғаиләлә бер бөртөк ҡыҙ бала булып үҫкән. Вәғиз Сабир улы Уразбай ауылында алты балалы ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Миңлегөл Рәшит ҡыҙы йәштән үк сабыр холоҡло, аҡыллы ҡыҙ була. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡыҙҙы Вәғиз Сабир улы бер күреүҙән оҡшата. 1976 йылдың 25 декабрендә йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Миңлегөл Рәшит ҡыҙы килен булып төшкәндән һуң ауыл дауаханаһында, ә һуңынан күп йылдар буйы мәктәптә намыҫлы эшләй. Вәғиз Сабир улыл бар ғүмерен урман һаҡлау эшенә бағышлап, лайыҡлы ялға сыға.
Ҡулға-ҡул тотоношоп, пар былбылдай 45 йыл маҡтаулы ғүмер юлын үтеүсе Миңлегөл Рәшит ҡыҙы менән Вәғиз Сабир улы 4 балаға ғүмер бирә - Ильгиз, Айгөл, Айрат, Юлиә исемле балалары яҡты донъяға килә.Улар балаларының шатлығына һөйөнөп, уларҙы итәғәтле, эшһөйәр итеп үҫтерә. Әлеге ваҡытта 8 ейән-ейәнсәргә яҡшы олатай-өләсәй улар.
Күркәм тормош байрамы уңайынан һеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе - бәхеттең иң олоһон,күңел тыныслығы, донъя именлеге, балалар ҡыуанысы, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә эргә-тирәләгеләргә үрнәк булып, тиң-тигеҙ, матур йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.

 

Иң изге теләктәр менән туғандары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас