Матбуғат
23 Декабрь 2021, 05:00

Гәзит килеүен көтөп ала

Киләһе йылға “Торатау”ға яҙылыусыларға бүләк таратыу дауам итә. Ошо көндәрҙә генә редакцияға һыу таҙартыу өсөн фильтр-кувшин отоусы Сафия апай Ғөбәйҙуллина килеп инде.

- Йыл һайын шулай бер йылға яҙылып ҡуям. Хәҙер инде күп йылдар “Торатау” ҙан айырылған юҡ. Гәзит килеү менән бер мәҡәләне лә ҡалдырмай уҡып сығам. Унда эшләүселәргә рәхмәт. Барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, -тип ихлас теләктәрен дә әйтте ул.

81 йәшкә етһә лә “Торатау” ҙы яратып уҡыған Сафия Муллағәле ҡыҙы ның үҙенә лә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Уға тағы ла бик күп йылдар гәзит менән бергә ҡалырға булһын.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас