Матбуғат
15 Декабрь 2021, 04:00

Гармун моңо тәтҫир итте

Гармунсылар, баянсылар конкурсын шул тиклем күтәреп алыуығыҙ, әүҙем ҡатнашыуығыҙ өсөн рәхмәт, төркөмдәштәр! Халҡыбыҙ күңелендә электән йәшәгән көй- моңдарға йән өргәнегеҙ, әсәй, өләсәйҙәребеҙ йәш саҡта яратып йырлаған йырҙарға яңы һулыш биргәнегеҙ өсөн рәхмәт!

Гармун моңо тәтҫир иттеГармун моңо тәтҫир итте
Гармун моңо тәтҫир итте

Был конкурс районыбыҙҙа әллә күпме талант ынйыларын асыҡларға ярҙам итте. Беҙҙең теләгебеҙ - ошо моңло хазиналарыбыҙ киләсәк быуынға һис сайпылмай күсһен ине. Ә хәҙер конкурстың иң тулҡынландырғыс мәлен - тауыш биреүҙе башлайбыҙ. Иң күп тауыш йыйыусы еңеүсе тип иғлан ителер. Ә беҙҙең өсөн һеҙҙең һәр берегеҙ еңеүсе, һәр берегеҙ талант өлгөһө!

Тауыш бирер өсөн ошонда баҫығыҙ: https://vk.com/app7198399_-23747558#poll61b8fcb5ca406e99b8580d5d

Тауыш биреү 19 декабрь 22.00 сәғәткә тиклем бара.


#тынмаһын_гармун_моңо

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас