Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
4 Декабрь 2021, 11:24

Тынмаһын гармун моңо!

Гармун моңо - моңһоҙҙарҙың да күңелен иретерлек көскә эйә. Клубтарҙа гармунсылар бер- береһен алмаштырып халыҡты бейеткән кисәләр хәҙер һүнеп ҡалһа ла, гармун моңо һәр ҡайһыбыҙ күңеленә танһыҡ.

Тынмаһын гармун моңо!
Тынмаһын гармун моңо!

Ҡәҙерле төркөмдәштәр! Районыбыҙ гармунсылары, баянсылары араһында конкурс иғлан итергә булдыҡ. 15 декабргә тиклем гармунда уйнаған видеояҙмаларығыҙҙы беҙгә ебәрегеҙ (уйнап йырлаһа ла була). Ә 15 декабрҙән тауыш биреү башланасаҡ.

Иң күп тауыш йыйыусы еңеүсе тип иғлан ителә. Уны Яңы йыл бүләге һәм гәзитебеҙ битендә матур мәҡәлә көтә.

Майҙан түре һеҙгә, гармунсылар!

 

#тынмаһын_гармун_моңо

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: