Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
3 Декабрь 2021, 21:00

Фен Ишәйгә юллана!

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Бүләктәр оттороу дауам итә. Вәғәҙә иткәнебеҙсә, бөгөн фен хужаһын да асыҡланыҡ.

Фен Ишәйгә юллана!
Фен Ишәйгә юллана!

Уның эйәһе - Ишәй ауылы, Урал урамында йәшәүсе Заһиҙуллина Ф. Уны ҡотлайбыҙ һәм бүләк артынан килеүен көтөп ҡалабыҙ. Ә беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙҙы тағы ла матур-матур бүләктәр көтә. Киләһе аҙнала электр сәйнүген отторорбоҙ. Кемдәр киләһе йылға “Торатау”ға яҙылып өлгөрмәгән, тиҙерәк быны башҡарып, квитанцияғыҙҙы редакцияға ебәрергә ашығығыҙ. Һеҙҙең өлөшкә тигән бүләк сыҡмай ҡалмаҫ.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: