Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
30 Ноябрь 2021, 16:00

«Яҡындарымдың иғтибары менән бәхетлемен...»

Бөгөнгө геройыбыҙ – «Торатау» гәзите редакцияһының «Бәйләнештә» социаль селтәре төркөмөндә Әсәйҙәр көнө уңайынан ойошторолған конкурста беренсе урын яулаусы гүзәл зат. Наҙлылыҡ өлгөһө әсәйҙәрҙе донъя ҡотон һаҡлаусылар тиҙәр халыҡта – тап ошондай оло баһаға лайыҡ Флүзә Рәжәп ҡыҙы Мырҙағәлина.

«Яҡындарымдың иғтибары менән бәхетлемен...»
«Яҡындарымдың иғтибары менән бәхетлемен...»

Әсә булыуҙың яуаплы һәм изгелекле бурыс икәнен кем генә белмәй икән? Ул үҙ йорто йылыһын, ҡотон һаҡлап ҡалыусы ғына түгел, ә бар көсөн, тәжрибәһен ил мәнфәғәтенә йүнәлтеүсе кеше булып та танылған донъяла. Һөйкөмлө, наҙлы, шул уҡ ваҡытта сая һәм көслө ихтыярлы Флүзә апай менән яҡындан танышҡанда ошолар хаҡында уйланылды. Уның менән сәғәттәр буйына һөйләшеп туймаҫбыҙ кеүек ине, әммә юлдағыларҙың ваҡыты һәр саҡтағыса тығыҙ.

...Флүзә Мырҙағәлина 1967 йылда йәмле Һәләүек буйында урынлашҡан Биксән ауылында ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Булдыҡлы бала бәләкәйҙән эш рәтен белеп, эшһөйәр булып үҫә. Яңы Әптек урта мәктәбен тамамлағас, тәүҙә – Йоматау техникумына, артабан Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортонан сығарылған йәш белгес үҙенең тыуған ауылында «Коммунар» колхозонда бухгалтер булып эшләй башлай. Һуңғараҡ уға экономист вазифаһын да
башҡарырға тура килә.

Ауылдашы Азат Мырҙағәлинға кейәүгә сыҡҡан Флүзә апай бер-бер артлы ике балаға ғүмер бүләк итә. Алина һәм Альбина исемле ҡыҙҙарының тормоштағы уңыштарына ҡыуанып, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтереп йәшәргә лә йәшәргә ине... Көтмәгәндә ул инсульт үткәрә, ә көслө сирҙең шауҡымы нисәмә йылға һуҙыла.

- Шул саҡта Азат ағайығыҙ дауаханала эргәмдә булды. Мине яңынан атларға өйрәтте. Уның түҙемлеге, тырышлығы булмаһа, әле лә аяҡҡа баҫа алмаҫ инем. Йортҡа ҡайтҡас, балаларыма, ейәндәремә ҡарап, һөйләшергә өйрәндем, - тип күҙ йәштәре аша иҫләне Флүзә апай. – Оло ҡыҙым Алинаның да ярҙамы ҙур булды. Ирем Ишембайға йөрөп эшләгәс, ҡыҙым менән кейәүем минең янда йәшәргә ҡалды. Кейәүҙәрҙән уңдым, икеһенең дә исеме – Илгиз. Яңыраҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы улдар көнө менән ихлас ҡотлап, рәхмәт әйттем. Флүзә Мырҙағәлина дүрт ейән-ейәнсәргә өләсәй. Әлеге мәлдә ҡыҙҙары - Һайран ауыл Советында эштәргә идарасы Алина һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ишембай районы буйынса бүлеге оперуполномоченныйы Альбина икеһе лә декрет ялында. Бөгөнгө көндә Азат ағай ҡалала «Алтын» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә иретеп йәбештереүсе булып эшләй, ә Флүзә апай малын, ҡош-ҡортон ҡарай. Бер ҡул менән булһа ла ҡоротон, эремсеген һәм башҡа
ризығын әҙерләй.

- Тормош юлында ниндәй генә һикәлтәләр аша үтергә тура килмәһен, әсәйем һынып ҡалманы. Киреһенсә, үҙен бөтәһе алдында ла көслө рухлы итеп танытты. Шул тиклем дә сабыр холоҡло, баҫалҡы булыр икән кеше. Һаулығына зарланып, буштыбушҡа ауҙарып ултырмай ул, балаларын, ейәндәрен тәмлекәстәр менән һыйлай, аш-һыуҙы төрләндереп әҙерләй. Йыш ҡына унан: «Нисек улай эшләй алаһың, Флүзә апай?» - тип һорайҙар. «Одной левой», - тип яуап ҡайтара йылмайып әсәйем, - ти ҡыуанысы менән уртаҡлашып оло ҡыҙы Алина. - Яҡшы әсәй булыуы ныҡ ҡыйын. Бәхеткә күрә беҙҙең өлгө алырлыҡ кешебеҙ бар. Ошонан да ҙурыраҡ ҡыуаныс бармы икән был донъяла?..

Эйе, әсәнең һиҙгер йөрәге, күңел йылыһы яҙмыштың аяуһыҙ елдәренән, аяныслы хәлдәрҙән һаҡлай. Тап ул беҙҙә матур, юғары кешелек сифаттарын тәрбиәләй, изге эштәргә фатиха бирә. «Флүзә апай, Алина һәм Альбина, һәр саҡ ошо матур төшөнсөләргә тоғро булып ҡалығыҙ», тип теләйһе генә ҡала беҙгә.

Ә конкурстың дауамына килгәндә, әлеге мәлдә Флүзә Мырҙағәлина республика этабында «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Беҙҙең Башҡортостан» төркөмөндә
ҡатнаша башланы. Уңыштар юлдаш булһын, сираттағы еңеүегеҙҙе көтәбеҙ!


Автор фотолары.

«Яҡындарымдың иғтибары менән бәхетлемен...»
«Яҡындарымдың иғтибары менән бәхетлемен...»
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: