Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Ноябрь 2021, 12:15

Тәүге бүләк кемдең өлөшөнә төшөр?

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Ниһайәт, гәзиткә яҙылыуҙың иң күңелле осоро башланды.

Тәүге бүләк кемдең өлөшөнә төшөр?
Тәүге бүләк кемдең өлөшөнә төшөр?

Киләһе йылдың тәүге ярты йыллығына “Торатау”ҙы алдырыусы тоғро дуҫтарыбыҙ араһында бүләктәр оттороуҙы киләһе аҙнанан башлайбыҙ. Бүләктәр һәр аҙна уйнатыласаҡ һәм тәүге бүләгебеҙ - үтекте киләһе йома отторабыҙ. Гәзиткә яҙылып та, һаман квитанцияғыҙҙы ебәрергә ваҡытығыҙ етмәй тора икән, был эште оҙаҡҡа ҡалдырмай башҡарып ҡуйығыҙ. Квитанцияғыҙҙың күсермәһен беҙҙең редакцияға индерә йәки почта аша һала алаһығыҙ, адресыбыҙ: Совет урамы, 88-се йорт, 2-се ҡат “Торатау” гәзите редакцияһы. Шулай уҡ [email protected] электрон почтаһына ла ебәрергә мөмкин.

Артабанғы аҙналарҙа ла һеҙҙе электр сәйнүге, блендер, фен кеүек матур-матур бүләктәр көтә. Ә инде иң ҙур бүләгебеҙ - электр ит үткәргесен Яңы йыл байрамы алдынан уйнатырбыҙ. Кемдең өлөшөнә нимә төшөрөн ваҡыт күрһәтер. Иң мөһиме - мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа – гәзиткә яҙылырға һәм бүләк оторға!

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: