Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Ноябрь 2021, 14:07

Әсәй, әсәйем!

Минең иң ҡәҙерле, яҡын, яратҡан кешем - әсәйем Гөлдәр. Ул шул тиклем киң күңелле, ихлас, мөләйем һәм изге йәнле. Өйгә ҡайтҡан һайын ул мине йөҙөндә йылмайыу менән ҡаршы ала һәм минең дә күңелем йылыға, шатлыҡҡа күмелә.

Әсәй, әсәйем!
Әсәй, әсәйем!

Әсәйем - ул минең терәк-таянысым. Ул миңә һәм ҡустыларыма үҙ йөрәк йылыһын бүләк итә, әсәй һөйөүе менән ҡурсалай. Ауыр минуттарҙа ул һис шикһеҙ беҙгә төплө кәңәштәрен бирә, беҙҙе һәр саҡ яҡлай. Уның һөйөүе беҙҙе тынысландыра, йыуыта, йылыта, шатландыра. Беҙ үҙ көсөбеҙгә ышанмай икеләнгәндә лә ул беҙгә ышана, өмөт бирә.

Әсәй, әсәйем! Байрамың уңайынан һиңә сикһеҙ ҡатын-ҡыҙ бәхетен теләйем! Күҙҙәрең һәр саҡ балҡып торһон. Һәм иң мөһиме - һау-сәләмәт бул! Һиңә барыһы өсөн дә рәхмәтлебеҙ! Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ һәм һәр саҡ һинең яҡлы буласаҡбыҙ!

Автор:Әлфиә Йосопова
Читайте нас: