Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Ноябрь 2021, 11:10

Рәхмәтлебеҙ һиңә, әсәй!

Минең әсәйем Әйүпова Нәсимә Ғайса ҡыҙы Һайран ауылында тыуып үҫкән, атайыбыҙға Этҡол егетенә кейәүгә сығып, ошо ауылда йәшәй. Әсәйем бар ғүмерен кешеләр менән эшләүгә арнаған. Ул ауыл советы биләмәһендә ябай белгес булып эш башлаған һәм хакимиәт башлығы вазифаһына тиклем еткән кеше. Ауылдаштары уны ихласлығы, матур күңеле, изгелекле булғаны өсөн ярата һәм хөрмәт итә.

Рәхмәтлебеҙ һиңә, әсәй!
Рәхмәтлебеҙ һиңә, әсәй!

Ҡатмарлы эшенә ҡарамай ул беҙгә, ике балаһына, ғүмер һәм матур тәрбиә биргән кеше. Атайым менән икәүләп беҙҙе ҡурсалап, яратып үҫтерҙеләр, оло тормош юлына сығырға ярҙам иттеләр. Әле лә улар беҙҙең төп таяныс. Бөгөн әсәйем хаҡлы ялда. Ул биш ейән-ейәнсәре өсөн яратҡан өләсәй. Беҙҙе, балаларын, һәр ваҡыт йылы аштары, ихлас йылмайыуы менән ҡаршы ала. Әсәйем булғанға беҙ бәхетле. Уға оҙон ғүмер, бөтмәҫ һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ.

Рәхмәтлебеҙ һиңә, әсәй!
Рәхмәтлебеҙ һиңә, әсәй!
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: