Матбуғат
7 Ноябрь 2021, 09:15

Гәзиткә яҙылығыҙ һәм бүләк отоғоҙ!

Хөрмәтле яҡташтар! 2022 йылдың тәүге яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙың төп осоро бара.

Гәзиткә яҙылығыҙ һәм бүләк отоғоҙ!Гәзиткә яҙылығыҙ һәм бүләк отоғоҙ!
Гәзиткә яҙылығыҙ һәм бүләк отоғоҙ!

Әлеге көндә “Торатау” гәзитенә почта аша ярты йылға яҙылыу хаҡы 922 һум 26 тин тора. Ташламаға хоҡуғы булғандар өсөн – 866 һум 64 тин. Ҡалала һәм Тирмән-Йылға, Смаҡай, Кузьминовка, Перегонный кеүек ҡала яны ҡасабаларында йәшәүселәр гәзиткә редакцияға килеп яҙыла ала. Адресыбыҙ: Совет урамы, 88-се йорт, 1-се ҡат. Был осраҡта гәзиткә яҙылыу осһоҙораҡҡа төшә: ташламалар менән ҡулланыусылар өсөн – 720 һум, ҡәҙимге хаҡы – 744 һум.

Гәзитте редакцияға килеп алырға ризаһығыҙ икән 600 һумға яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ электрон подписка ла эшләргә була. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 708 һум 38 тин.

“Торатау” гәзитенә яҙылыусылар араһында йылына ике тапҡыр бүләк отош та үткәреп киләбеҙ. Был юлы ла бүләктәребеҙ әҙер. Шуға күрә квитанцияларығыҙҙың күсермәһен редакцияға килтерегеҙ йәки почта аша һалығыҙ (Совет урамы, 88- се йорт, 2-се ҡат, “Торатау” гәзите редакцияһы), toratau@mail.ru электрон почта адресына ебәрһәгеҙ ҙә була.

 

Фото редакция архивынан

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас