

Балаларым, туғандарым тип өҙөлөп тора, ауылдаштары өсөн яҡшы курше. Тыуған йортта тәмле-татлы ризыҡтарҙан өҫтәл өҙөлмәй, урам-мал һәр саҡ ҡараулы, бынан тыш йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашып ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советын да етәкләргә өлгөрә ул.
Аҙнай ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ менән атайыбыҙ - Шәүрә Әхмәтша ҡыҙы менән Ғалинур Риф улы Усмановтар беҙҙе, биш баланы, тәрбиәләп, һәр беребеҙҙе үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙы. Ошо яҡты донъя, беҙҙең бәхетле бала саҡ, түҙемлелек, киң мөмкинселектәр, беҙҙең уңыштар, терәк-таянысығыҙ, үрнәк булғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!