

Миңә һәм Илһам ҡустым өсөн ул ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле, яғымлы, яҡын кешебеҙ! Ҡулынан килмәгән эше юҡ уның. Һөнәре буйынса ашнаҡсы-кондитер һәм парикмахер, әммә ләкин ниндәй генә эшкә тотонһа ла һис шикһеҙ уны урынына еткереп башҡарып ҡуя. Тегеүгә, бәйләмгә лә оҫта әсәйебеҙ. Бәлеш менән ҡоймағы телде йоторлоҡ. Ә ниндәй тауыш! Ейән-ейәнсәренә иң яҡшы өләсәй ҙә ул!
"Торатау" иғлан иткән конкурсҡа ҡушылып, йәнә бер тапҡыр әсәйгә рәхмәт һүҙҙәрен юллайым. Һиңә ҡарап һоҡланам, үрнәк алам, ҡәҙерле кешем! Һөйөндөрөп кенә торайыҡ үҙеңде.