Матбуғат
27 Октябрь 2021, 06:15

Иң күп тауышты ҡайһы әсәй йыйыр?

Киләһе айҙың һуңғы йәкшәмбеһе – 28 ноябрҙә Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙгә иғтибар, ихтирам күрһәтеү байрамы ла ул. Һәр кемгә үҙенең әсәһе иң яҡыны, иң ҡәҙерлеһе. Уларға әйткән рәхмәтебеҙ ҙә, йылы һүҙҙәребеҙ ҙә һис ҡасан артыҡ булмай. Күңел наҙын бер ниндәй матди бүләктәр ҙә алмаштырмай.

Иң күп тауышты ҡайһы әсәй йыйыр?Иң күп тауышты ҡайһы әсәй йыйыр?
Иң күп тауышты ҡайһы әсәй йыйыр?

Төркөмөбөҙҙә иң күп тауыш йыйған әсәйгә конкурс иғлан итәбеҙ. Һеҙгә бары тик әсәйегеҙ тураһында яҙып, фотоһы менән беҙгә 15 ноябргә тиклем ебәрергә генә кәрәк.

16-28 ноябрҙә махсус ҡушымта ярҙамында иң күп тауыш йыйған әсәй еңеүсе буласаҡ. Уны иҫтәлекле бүләк көтә һәм гәзитебеҙ битендә ҙур мәҡәлә лә донъя күрер. Әүҙемерәк булайыҡ, үҙ мәлендә әсәйҙәребеҙгә һөйөүебеҙҙе, рәхмәтебеҙҙе белдерәйек.

 

Фото: https://vk.com/id413257369

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас