Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
26 Октябрь 2021, 13:00

Аҙнай почтальоны өлгө күрһәтә!

Матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың ҡыҙыу осоро башланды. Уның һөҙөмтәһе почтальондарҙың тырышлығына ла тығыҙ бәйле. Әлеге көндә Этҡол почта бүлексәһенән Фирҙәүес Кинйәбулатова матур күрһәткестәре менән беҙҙе ҡыуандыра.

Аҙнай почтальоны өлгө күрһәтә!
Аҙнай почтальоны өлгө күрһәтә!

Фирҙәүес Хөсәйен ҡыҙы ҡарамағында Этҡолдоң ике урамы, Аҙнай һәм Хажы ауылдары. Гәзит-журналдарҙы көнөндә, эҫе сағында уҡыусыларға алып барып еткереү өсөн тырыша ул. Йыш ҡына ауыл араларын йәйәүләп үтергә тура килһә лә, зарланғанын ишетмәҫһең. Этҡолда таратып бөтөүгә, биш километр алыҫлыҡтағы Аҙнайға юллана, унан һуң ике километр йыраҡлыҡта ятҡан - Хажыға. Көн кисләгәс кенә эшен теүәлләп, йортона ҡайтып инә. Гәзит үҙ мәлендә хужаларына тапшырылғас, почтальондың да күңеле тыныс.

Киләһе ярты йыллыҡҡа яҙҙыртыу ҙа көйлө бара. Әле Аҙнай һәм Хажы ауылдары буйынса 33 кеше “Торатау” ға яҙылған.

- Ауылдаштарыма рәхмәт. Декада ваҡытында арзаныраҡҡа яҙылыу мөмкинлеге тураһында белеп, үҙҙәре үк “Гәзиткә яҙҙыртып сыҡ” тип өндәшеп торалар. Бер яҙылғандар гәзиттән ҡалмай. Был юлы бығаса алдырмағандар ҙа “Торатау”ға яҙылды әле. Ошо арала яҙылырға торғандары ла байтаҡ. Райондаштарыма ваҡытлы матбуғат баҫмаларын алдырыуҙарын теләйем. Бер яҙылһаң, ярты йыл буйы гәзит уҡырға була бит, - тигән теләктәрен еткерҙе Фирҙәүес апай.

Почтальон булып эшләүенә бер йыл тирәһе генә булһа ла, эшен еренә еткереп башҡара белеүе менән ул хеҙмәттәштәре араһында ла абруй ҡаҙанған.

- Фирҙәүес Хөсәйен ҡыҙы менән эшләүе еңел. Уға әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Үҙенең эшен яратып башҡара. Халыҡ менән уртаҡ тел таба белгәс, ауылдаштары ла уны
хөрмәт итә, - ти Этҡол почта бүлексәһе начальнигы Гөлфирә Хәйруллина.

Әйткәндәй, Фирҙәүес апайҙың әсәһе лә 20 йылдан ашыу почтальон булып эшләгән, Аҙнай, Хажы ауылдары халҡына почта таратҡан. Шуға ла был һөнәр уның күңеленә бигерәк тә яҡын. Бала саҡта әсәһенә ярҙамлашып гәзит таратҡан мәлдәрен дә хәтергә алды әңгәмәсем. Ауылы өсөн янып–көйөүе, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы менән дә ихтирам уята Аҙнай почтальоны. Клубтағы - мәҙәни, ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған саралармы – береһенән дә ситтә ҡалмай.

- Һәр ваҡыт эшегеҙҙе яратып, еренә еткереп үтәгеҙ, шул ваҡытта һөҙөмтәһе лә һис шикһеҙ матур буласаҡ, - ти Фирҙәүес Кинйәбулатова.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! 2022 йылдың икенсе яртыһына матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың төп осоро башланыуын иҫегеҙгә төшөрөп, “Торатау” ға яҙылыусылар араһында бүләктәр оттороуыбыҙ тураһында ла хәбәр итәбәҙ. Квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен беҙҙең редакцияға индереп сығығыҙ йәки почта аша һалығыҙ, адресы: Совет урамы, 88-се йорт, 2-се ҡат, “Торатау” гәзите редакцияһы. Шулай уҡ [email protected] электрон почтаһына ла ебәрә алаһығыҙ. Квитанциялар килә башланы ла инде, һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ!


Автор фотоһы

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: