Матбуғат
20 Октябрь 2021, 05:10

Гәзитте лә уҡыйбыҙ, сайтты ла ҡарайбыҙ

Көҙәндән “Супер өләсәй” конкурсында еңеүсе Гөлнур Мансуроваға вәғәҙә иткәнсә, календарҙы ошо көндәрҙә тапшырып ҡуйҙыҡ.  

Гәзитте лә уҡыйбыҙ, сайтты ла ҡарайбыҙГәзитте лә уҡыйбыҙ, сайтты ла ҡарайбыҙ
Гәзитте лә уҡыйбыҙ, сайтты ла ҡарайбыҙ

Һөйләшкән ыңғайҙа уның киләһе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылып ҡуйыуы тураһында ла белдек.

- “Торатау”ҙы күптән алдырабыҙ. Яҙылмай ҡалған бер генә йылды ла хәтерләмәйем. Гәзиттә бөтә район яңылыҡтары яҡтыртыла, башҡа ауылдарҙағы хәбәрҙәрҙе лә белеп торабыҙ. Көҙәндәр тураһында мәҡәләләрҙе уҡыуы тағы ла күңеллерәк. Почта килһә, иң беренсе “Торатау” гәзитен ҡарайбыҙ. Сайттағы, төркөмдәге яңылыҡтарҙы ла күҙәтеп барабыҙ. Гәзит үҙенсә, сайт үҙенсә ҡыҙыҡлы. Шулай ҙа гәзиттә мәҡәләләрҙең тулыраҡ булыуы оҡшай, - тип үҙенең гәзит менән дуҫлығы тураһында һөйләп алды.

Киләһе йылға гәзиткә яҙылыу башланыуын хәтергә алып, райондаштарын да «Торатау»ға яҙылырға саҡырҙы. Район гәзите һәр бер йортҡа килһә ине, тигән теләктәрен дә белдерҙе.

 

Автор фотоһы

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас