Матбуғат
10 Октябрь 2021, 09:45

Суперөләсәй - Көҙәндән!

Гәзитебеҙ төркөмөндә иғлан ителгән “Суперөләсәй” конкурсы район һәм ҡалабыҙҙа иң шәп өләсәй исемендә лайыҡ булыусыларҙың ни тиклем күп булыуын күрһәтте. Шулай ҙа иң күп тауышты Көҙән ауылынан Гөлнур Мансурова йыйҙы.

Суперөләсәй - Көҙәндән!Суперөләсәй - Көҙәндән!
Суперөләсәй - Көҙәндән!

- Конкурста ҡатнашырға бәләкәй киленем тәҡдим итте. Береһенән-береһе аҫыл ейәндәрем булғанда һис тә ҡаршы килеп торманым, - тип башланып китте суперөләсәй менән һөйләшебеҙ.

Гөлнур Миңлеәхмәт ҡыҙы ошо айҙа ғына хаҡлы ялға сыҡҡан икән. Был иһә уның хәҙер ейәндәренә ваҡытының тағы ла иркенәйеүе тураһында һөйләй. Хеҙмәт стажы ла байтаҡ – 11 йыл колхозда баш бухгалтер, 29 йыл ауыл Советында эштәргә идарасы вазифаһын башҡарған. Шулай ҙа иң матур сифаты - киң күңелле, ейәндәре өсөн өҙөлөп торған өләсәй булыуында. Тормош иптәше Рәфҡәт Фәйзелғаян улы менән улар 40 йылға яҡын бергә татыу ғүмер итеп, ике улға ғүмер, матур тәрбиә биргәндәр. Хәҙер инде улдары үҙҙәре ғаилә ҡороп өсәр малай үҫтерәләр. Уларҙың һәр береһе олатай менән өлөсәһенең көтөп алған иң ҡәҙерле ҡунағы. Иң өлкәндәре - игеҙәктәр Данис менән Данилға 12 йәш булһа, Исламға – 11, Инсафҡа, Эмильға – 6 йәш тулған, иң бәләкәстәре Иҙел әле 9 айлыҡ ҡына.

- Һәр береһе үҙенең уңыштары менән шатландыра. Данис менән Данил олимпиадаларҙа ҡатнашып матур һөҙөмтәләр күрһәтһә, Ислам йырға әүәҫ, ул алты йәштән сәхнәлә, “Сулпылар” конкурсында ла сығыш яһап ҡайтты. Кесерәктәре әле балалар баҡсаһына йөрөй. Улар ҙа ағайҙарынан ҡалышмаҫ. Шулай һәр береһенең бәләкәй генә ҡаҙанышы өсөн дә һөйөнөп торабыҙ. Туғыҙ айлыҡ ейәнебеҙ Иҙелдең хәҙер тотоноп баҫып тора башлауы ла беҙҙең өсөн ҡыуаныс, - тип ихласлап һөйләне Гөлнур Миңлеәхмәт ҡыҙы.

Гөлнур апай тәүге тапҡыр өләсәй булған мәлен дә иҫенә төшөрҙө. 48 йәшендә бер юлы игеҙәк ейәндәре тыуыуы уны икеләтә өләсәй итә. “Тәүҙә ышанмайраҡ торһам да, бала ҡарашыу мәшәҡәттәренә күмелгәс, өләсәй роленә тиҙ инеп киттем”, - ти ул йылмайып. Ул ваҡыттарға ла байтаҡ һыу аҡҡан, хәҙер игеҙәктәр 12 йәшлек булып киткән. Ейәндәр үҫә килә, олатай-өлөсәйҙәренең төп ярҙамсыларына әүерелә бара.

Йәйге каникулдарында ла Көҙәнгә юлдары өҙөлмәй. Олатайҙарына бесән әҙерләшәләр, ҡош-ҡорт ҡарашалар.

- “Балаңдың балаһы балдан татлы” тип әйтеүҙәре бик тә дөрөҫ. Үҙебеҙҙең балаларҙы үҫтергәндә йәшлек менән тәмен белмәй ҙә ҡалдыҡ. Улар бәләкәс кенә килеш эшкә сығып киттек, ҙурайғандары ла тойолмаған һымаҡ. Ә бына ейәндәрҙе хәҙер тәмләп кенә үҫтерешәбеҙ. Аҙна һайын ҡайтһалар ҙа, һағынып, тәмлекәстәр бешереп көтөп алабыҙ. Иң яҡшы тәрбиә хеҙмәт тәрбиәһе, тигән фекерҙәмен. Улдарыбыҙҙы үҫтергәндә лә быға иғтибар бирҙек. Үҙебеҙ эшкә киткәндә, өйҙә нимәләр эшләргә кәрәклеген әйтеп китһәк, ҡайтыуға барыһында теүәл генә башҡарып ҡуйырҙар ине. Хеҙмәткә өйрәнеү бары яҡшыға , - ти Гөлнур апай.

Өләсәй-олатайҙың әйткәне бала хәтеренә һеңеп үҫеүе тураһында ла онотмайҙар. Шуға улар менән һөйләшеү, әкиәттәр уҡыу күңел йыуанысы бирә.

- “Тәртипле булғандар, ата-әсәһен тыңлағандар - бәхетле була”, “Дуҫтарығыҙ үҙегеҙҙән дә яҡшыраҡ булһын” тип әйтеп алам. Иң ҙур теләгебеҙ - ейәндәребеҙҙең
бәхетле, тәүфиҡлы булып үҫеүҙәре. Бала күңеленә бәләкәйҙән изгелек орлоҡтарын һалыу мөһим, шул ваҡытта улар кешелекле буласаҡ. Ейәндәребеҙ бәләкәй
булһалар ҙа йылы һүҙҙәрен йәлләмәйҙәр. «Беҙ ҙурайһаҡ, һеҙгә ярҙам итербеҙ. Күп итеп күстәнәстәр алып ҡайтырбыҙ. Тик ҡартаймағыҙ ғына” - тигән һүҙҙәренән йөрәк ирей, - тип бәхетле йылмая өләсәй. Үҙ мәлендә балаларға матур тәрбиә биреүҙә, аяҡҡа баҫтырышыуҙа, аҙаҡ ейән-ейәнсәрҙәр бәхетен татыуҙа, ҡартайғанда уларҙың хөрмәтен тойоуҙа сағыла кешенең бәхете. Ябай ғына булһа ла, йәшәүебеҙҙең мәғәнәһе, асылы ла шуға бәйле.

Яҙыусы Ғәбит Садиҡовтың “Йәш саҡта балаларҙы ҡарайбыҙ, ҡартайғас балаларға ҡарайбыҙ”, тигән фәһемле һүҙҙәре лә тормоштан алып әйтелгән бит.

 

Фото ғаилә архивынан

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас