

168 тауыш менән Көҙән ауылынан Гөлнур Миңлеәхмәт ҡыҙы Мансурова еңеүсе булды! Бүләккә - хеҙмәттәшебеҙ Гөлназ Фәхриева эшләйәсәк 2022 йылға календарь һәм кинотеатрға бушлай билеттар. Шулай уҡ "Торатау" гәзите биттәрендә бик матур мәҡәлә лә донъя күрәсәк.
Махсус ҡушымта ярҙамында ойошторолған тауыш биреүҙә барлығы 700-ҙән ашыу төркөмдәшебеҙ ҡатнашты. Тырыш, һәр яҡлап та уңған өләсәйҙәребеҙҙең һәр береһе маҡтауға, һоҡланыуға лайыҡ! Улар өсөн тауыш биреүселәргә лә ихлас рәхмәт!
Һөҙөмтәләр ошонда https://vk.com/app7198399_-23747558#poll61409df79060d22edc3a0f43
Артабанғы этап, йәғни суперфинал (1-18 октябрҙә) «Йәшлек» гәзите төркөмөндә үтәсәк, унда беҙҙең кеүек район гәзиттәре ойошторған этапта еңеүселәр ҡатнаша.