Матбуғат
13 Сентябрь 2021, 04:03

Өләсәй булыуы ҙур бәхет

Мин Ишморатова Сәлимә Хәмит ҡыҙы булам. Ишәй ауылында тыуып үҫеп, Нефтекама ҡалаһында төпләндем.

Өләсәй булыуы ҙур бәхетӨләсәй булыуы ҙур бәхет
Өләсәй булыуы ҙур бәхет

45 йыл буйы ошо уҡ ҡалала "Нефаз"да крановшица булып эшләнем. Заводта 6 йыл буйы 1 цехтың комитет председателе булдым. "Заводская панорама" гәзитендә фотокорреспондент булып эшләргә тура килде. 5 тиҫтәгә яҡын хеҙмәт юлымда бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, диплом, грамоталар менән бүләкләндем.

Әлеге ваҡытта тыуып үҫкән ауылыма, йортома әйләнеп ҡайтып, ҡош-ҡорт үҫтереп, йорт-тирәне аллы-гөллө сәскәләргә күмеп донъя көтәм.

Мин бәхетле әсәй һәм өләсәй! Ҡыҙым, 2 ейәнсәрем, ейәнем - донъямдың йәме. Иң оло ейәнсәрем Дарьяға - 18, ейәнем Данилға 8 йәш. Көрәш, футбол менән шөғөлләнә, бейеү түңәрәгенә йөрөй, робототехника менән ҡыҙыҡһына. Иң бәләкәс ейәнсәрем Милана бейеү менән шөғөлләнә.

Үҙемдең дә яратҡан һөнәрҙәрем бихисап. Штукатур, тегеүсе һөнәрҙәрен үҙләштереп, бик яратып башҡарам. Ауылымда "Хазина" фольклорына йөрөйөм. Байрамдарға арналған концерттарҙан, өмәләрҙән, спорт сараларынан ҡалмаҫҡа, ҡатнашырға тырышам.

Өләсәй булыуы ҙур бәхет
Өләсәй булыуы ҙур бәхет
Өләсәй булыуы ҙур бәхет
Өләсәй булыуы ҙур бәхет
Өләсәй булыуы ҙур бәхет
Өләсәй булыуы ҙур бәхет
Өләсәй булыуы ҙур бәхет
Өләсәй булыуы ҙур бәхет
Автор:
Читайте нас