

Ошо матур, татыу ғаиләбеҙгә балалар йортонан йәнә бер ул һәм бер ҡыҙ алдыҡ. Ғаиләбеҙ тағы ла тулыланды һәм күркәмләнде.
Мин шул тиклем бәхетле йәш өләсәй! Ике ейәнсәрем һәм бер ейәнем эргәмдә йүгереп йөрөйҙәр.
Ейәнсәрҙәремдең ҡайтҡанын көтөп кенә торам. Улар менән бергә ҡоймаҡ ҡойоп, тәмле итеп сәй эсәбеҙ, йәйен еләк-емеш йыябыҙ. Күңелле ял итәргә тәбиғәт ҡосағына ла сығабыҙ.
Зөлфиә ДУСАЛИНА