Матбуғат
9 Сентябрь 2021, 18:29

Өләсәйебеҙ ауылда оло ихтирамға лайыҡ

Өләсәй-олатайлы бала саҡ - иң бәхетле бала саҡ. Каникулдар башланһа, өләсәй эргәһенә ҡайтыуҙары үҙе бер ҡыуаныс!

Өләсәйебеҙ ауылда оло ихтирамға лайыҡӨләсәйебеҙ ауылда оло ихтирамға лайыҡ
Өләсәйебеҙ ауылда оло ихтирамға лайыҡ

Беҙҙең иң яратҡан, ҡәҙерле кешебеҙ Көҙән ауылында йәшәүсе Гөлнур Миңлеәхмәт ҡыҙы "Супер өләсәй" исеменә лайыҡлы. Һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, аҡыллы кәңәштәрен биреп, төрлө-төрлө эш-һөнәрҙәргә өйрәткән өсөн дә беҙ уны яратабыҙ. Ҡайтҡан һайын хуш еҫле икмәк, тәмле ризыҡтар бешереп көтә ул беҙҙе.

Ауылда оло ихтирамға лайыҡ булған яҡыныбыҙҙы бөтәһелә белә, хөрмәт итә. Алты ейәне булған хәҙер инде ул оло тәжрибәле өләсәй. Һәр береһенә тигеҙ наҙлылыҡ һәм һөйөү бүлеп тәрбиәләй. Шуның өсөн дә ул беҙҙең өсөн иң шәп, иң матур, иң һөйкөмлө, иң аҡыллы өләсәйебеҙ!

Өләсәйебеҙ ауылда оло ихтирамға лайыҡ
Өләсәйебеҙ ауылда оло ихтирамға лайыҡ
Автор:
Читайте нас