

Йылдар үтә, быуаттар алмашына… Йәмғиәт нисек кенә үҫешмәһен, уҡытыусы һөнәренең әһәмиәте, уның балалар тәрбиәләү, үткән быуындың белемен киләсәк быуынға тапшырыуҙа роле тотороҡло булып ҡала. Бөйөк рәссамдар, ғалимдар, яҙыусылар үҙҙәренең әҫәрҙәрендә һәр ваҡыт уҡытыусыны данлай, уның фиҙаҡәр хеҙмәте алдында баш эйә. Уҡытыусы һөнәренең бөйөклөгөн һүҙ менән дә, йыр менән дә тасуирлап бөтөп булмай.
Мәктәп - киләсәктең оҫталыҡ һәм ижад итеү территорияһы һәм ошо майҙанда уҡытыусыға мөһим роль бирелгән. Теләгән һәр бер кеше лә уҡытыусы була алмай, сөнки был һөнәр күпте талап итә, ҡайһы саҡта аҡыл менән түгел, йөрәк менән дә эш итергә мәжбүр итә. Был, бәлки, профессия ғына ла түгелдер, ә мауыҡтырғыс һәм үҙенсәлекле тормош юлылыр.
Атаҡлы математик һәм механик М.В. Остроградскийҙың «Яҡшы уҡыусыларҙы яҡшы уҡытыусылар яһай» тигән һүҙҙәре киң билдәле. Ысынлап та, үҙ эшен сикһеҙ яратҡан, һайлап алған һөнәренә тоғро ҡалған, балалар өсөн өлгө була алырлыҡ ысын уҡытыусы ғына үҙ уҡыусыларында бәләкәй генә һәләт сатҡыларын да күреп, уларҙы ҙур талант итеп үҫтерә ала. Ә беҙҙең Фәрүәз Әнүәр улы тап ошондай мөғәллим. Гимназиябыҙҙы тамамлап, юғары уҡыу йортонда математика, иҡтисад факультеттарында белем алып сыҡҡан тиҫтәләгән уҡыусылары быны тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай.
Ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ! Бына күп йылдар дауамында Һеҙ белемегеҙҙе һәм энергияғыҙҙы балаларға өләшәһегеҙ. Һәр бер уҡыусыла ла характерының тик яҡшы сифаттарын ғына күрә белеүегеҙ һәм шул яҡшылыҡты башҡаларға ла күрһәтә алыуығыҙ, үҙ көсөбөҙгә ышанырға ярҙам итеүегеҙ, кешелеклелегегеҙ, киң күңелегеҙ, түҙемлегегеҙ, бөтәбеҙҙең дә йөрәгенә үтеп инерлек һүҙҙәр таба алыуығыҙ, изгелегегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Күп кенә йылдар элек Һеҙ беҙҙе оло юлдың иң башында ҡулыбыҙҙан етәкләп, үҙегеҙҙең артығыҙҙан әйҙәнегеҙ. Ошо юлдың беҙҙең өсөн генә түгел, ә Һеҙҙең өсөн дә ҙур һынау икәнлеген, бәлки, аңлап та еткермәгәнбеҙҙер… Һеҙ һәр саҡ оҫталығығыҙҙы камиллаштыраһығыҙ, белемегеҙҙе үҫтерәһегеҙ, заманға яраҡлы яңы эшләү ысулдарын эҙләйһегеҙ, тәжрибә туплайһығыҙ, барлыҡ эштәрҙе теүәлләп, еренә еткереп башҡараһығыҙ, бер ҡасан да туҡталып ҡалмайһығыҙ. Һәм беҙҙе лә шуға өйрәттегеҙ. Сығарылышыбыҙҙың һәр бер уҡыусыһы ла Һеҙҙең әйткән һүҙҙәрҙе бөгөн дә хәтерләй: «Егеттәр һәм ҡыҙҙар, бер ваҡытта ла туҡталып ҡалмағыҙ. Һәр бер яңы еңеү менән үҙегеҙ өсөн планкағыҙҙы тағы ла өҫкәрәк күтәрегеҙ!»
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, Фәрүәз Әнүәр улы ҡыҙыҡлы дәрестәр генә үткәреп ҡалманы, уҡыусыларҙы төрлө яҡлап үҫтерҙе, тәрбиәләне, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәрҙе. Класҡа килеп инеү менән, ихлас йылмайып, һәр беребеҙгә йылы ҡарашығыҙҙы бүләк иттегеҙ, беҙҙең - бәләкәй генә сабыйҙарҙың саф күңеленә мәрхәмәтлелек һәм изгелек орлоҡтары сәстегеҙ. Һеҙҙең янығыҙҙа үҙебеҙҙе тыныс һәм ышаныслы тоя инек.
Хөрмәтле Фәрүәз Әнүәр улы, ғүмерегеҙҙең матур байрамы – мәртәбәле юбилейығыҙ айҡанлы тәрән рәхмәттәребеҙгә ҡушып ихлас теләктәребеҙҙе лә ҡабул итегеҙ. Һеҙгә ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ, ыңғай эмоциялар, күңел тыныслығы, күтәренке кәйеф теләйбеҙ. Янығыҙҙа ҡатышып-аралашып йәшәрҙәй, һөйөнөстәр, көйөнөстәр менән уртаҡлашыр туғандарығыҙ, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырҙай, терәк-таяныс булырҙай дуҫтарығыҙ, тәмле аштар әҙерләп, ҡайтыуығыҙҙы һағынып көтөп алған ғаиләгеҙ булһын. Тормошоғоҙ сағыу буяуҙары, һоҡландырғыс ғәмәлдәре, гүзәл миҙгелдәре, ҡыуаныслы ваҡиғалары менән шатландырып торһон. Теләктәрегеҙ ҡабул булып, хыялдарығыҙ тормошҡа ашып, донъяның тәмен-йәмен тойоп, бәхет-шатлыҡҡа һөйөнөп, тағы ла бик күп йылдар йәшәргә яҙһын. Башланып торған уҡыу йылы тағы ла уңышлыраҡ булһын. Яратҡан эшегеҙҙә ижади бейеклектәр, сәмле, тырыш уҡыусылар теләйбеҙ.
Ихтирам менән Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 1992-2002 йылдар уҡыусылары.