Торатау
+28 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Матбуғат
9 Июль 2021, 18:14
«ЙЫРЛЫ-МОҢЛО ХАЛҠЫМ!»
Ҡәҙерле йыр-моң яратыусы яҡташтарыбыҙ! Һеҙ тип, һеҙҙең әүҙемлеккә өмөтләнеп, яңы конкурс иғлан итәбеҙ!«ЙЫРЛЫ-МОҢЛО ХАЛҠЫМ!» тип атаныҡ уны.
Ҡәҙерле йыр-моң яратыусы яҡташтарыбыҙ! Һеҙ тип, һеҙҙең әүҙемлеккә өмөтләнеп, яңы конкурс иғлан итәбеҙ!
«ЙЫРЛЫ-МОҢЛО ХАЛҠЫМ!» тип атаныҡ уны.
14 июлгә тиклем һеҙҙән яңғыҙ башҡарыуҙа йыр видеояҙмаһын электрон почтаға (
toratau@mail.ru
) йәки гәзиттең ошо төркөмөнә көтәбеҙ! Башҡарыусы менән ҡыҫҡаса таныштырып, тулы исем-шәрифен, ҡайҙан икәнен яҙырға онотмағыҙ.
Еңеүсене махсус ҡушымта ярҙамында тауыш биреү аша бергәләп билдәләйәсәкбеҙ. Тауыш биреү 15-29 июлдә барасаҡ, тик шуға иғтибар итегеҙ – тауышығыҙ иҫәпләнһен өсөн һеҙ беҙҙең төркөмгә яҙылған булырға тейешһегеҙ.
Бүләккә нимә, тиһегеҙме? Гәзит битендә, социаль селтәр аша һәләтегеҙҙе данлауҙан тыш, еңеүсегә ғаиләһе йә үҙенең күркәм фотоһы менән 2022 йылға календарь һәм “Лондон” матурлыҡ салонына сертификат бүләк итәбеҙ!
Артабанғы этап, йәғни суперфинал (2-16 август) «Беҙҙең Башҡортостан» төркөмөндә үтәсәк, унда беҙҙең кеүек район гәзиттәре ойошторған этапта еңеүселәр ҡатнаша. Уңыштар теләйбеҙ, талантығыҙ халыҡҡа хеҙмәт итһен, туған моңдарҙы танытһын!
Автор:
"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"