Матбуғат
9 Июль 2021, 05:50

ҒӘЛИКӘЕВТАРҘЫ ВЕЛОСИПЕДЛЫ ИТТЕК!

Киләһе ярты йыллыҡҡа матбуғатҡа яҙылыу тамамланыу менән “Торатау” ға тоғролоҡ һаҡлаусылар араһында велосипед отторасаҡбыҙ, тип алдан хәбәр итә килдек. Ниһайәт, был яуаплы эште шишәмбе көн атҡарып ҡуйҙыҡ.

Киләһе ярты йыллыҡҡа матбуғатҡа яҙылыу тамамланыу менән “Торатау” ға тоғролоҡ һаҡлаусылар араһында велосипед отторасаҡбыҙ, тип алдан хәбәр итә килдек. Ниһайәт, был яуаплы эште шишәмбе көн атҡарып ҡуйҙыҡ.
Бүләк уйнатыу үҙебеҙҙән генә тормаһын тип, исеме республика йәштәренә яҡшы таныш яҡташыбыҙҙы, әлеге көндә Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты магистратураһында уҡып, баш ҡалала эшләп йөрөгән Сәлих егете Ислам Төхвәтуллинды редакцияға саҡырҙыҡ. Бүләк оттороу барышының видеояҙмаһын гәзиттең Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмөндә (https://vk.com/gazeta_toratay) күптәрегеҙ күреп өлгөргәндер. Отошҡа бөтәһе 139 гәзит уҡыусы квитанцияһын ебәргән булған, исемшәрифтәрегеҙ яҙылған ҡағыҙҙарҙы тәүҙә ентекле бутап, Ислам берәүһен тартып сығара һалды. Был юлы Ишембай ҡалаһынан Әбдрәхим Ғәликәев ырыҫлы булып сыҡты. Бүләк хужаһын оҙаҡ көтөргә тура килмәне - икенсе көнөнә үк ул редакцияға йылмайып килеп инде.
- “Торатау”ға быға тиклем гел ҡатыным яҙыла торғайны. Был юлы, ваҡыт юҡ, үҙең яҙылып сыҡ, тигәс, июнь аҙаҡтарында редакцияға килеп гәзиткә яҙылдым, шунда уҡ квитанцияһын да ҡалдырып киттем. Бүләк оторбоҙ тип уйламаным да. Кисә ауылда баҡсала һыу һибеп йөрөһәм, ҡатыным Флүзә өйҙән балҡып килеп сығып шатлыҡлы хәбәрҙе әйтте. Уға Ләйсән һеңлекәшебеҙ шылтыратып һөйөнсөләгән икән. Тәүҙә ышанманым да. Өфөнән ҡыҙым менән ейәнем ҡайтҡайны. Интернетҡа кереп, видеоны бергәләп ҡарағас ҡына ышандым, - тип ихлас һөйләне Әбдрәхим Әбделхай улы.
Әбдрәхим Ғәликәев һөнәре буйынса киң профилле станоксы икән. Гәзит-журналдар, китап уҡыуға әүәҫлеге бала саҡтан һалынған. “Торатау” ҙан башҡа өйҙәренә “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәре, тағы бер нисә журнал килеүен белдек.
- Ҡәйнәмдәргә Ғафури районына барһаҡ, ундағы район гәзитен дә ҡулға төшөрә һалам. Район гәзиттәрендә үҙенә күрә ихласлыҡ бар, ошо ерлектәге тормош һулышы тойола. Ата-әсәйем дә иҫән саҡтарында бер йыл ҡалмай “Торатау”ға яҙылыр ине. Беҙҙән күреп балалар ҙа уҡырға ярата. Райондаштарыма теләгем – үҙебеҙҙең “Торатау” ға яҙылығыҙ, ә бүләк отошта ҡатнашыу –күңел өсөн! – ти велосипед хужаһы.
Шулай ҙа был ваҡиғаға иң ныҡ шатланғаны - Данислам ейәне. Ике тәгәрмәсле дуҫҡа ниндәй малай ҡыуанмаһын инде! Ололар ҙа йөрөй алған, рамһыҙ булыуы арҡаһында балаларға лә йәпле велосипед отош еңеүсеһенең машинаһына ыҡсым ғына кереп ятты. Гәзит уҡыусыларыбыҙға ошолай рәхмәт әйтә алыу, бүләкләү - редакция өсөн күңелле мәл. Бүләк отоусыларҙың шатлыҡлы кисерештәре беҙгә лә күсә. Киләсәктә лә тоғро уҡыусыларыбыҙҙы һөйөндөрөргә булһын!
Автор һәм Эльвира Әлмөхәмәтова фотолары.
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас