Ҡалала күптән түгел гөрләп үткән ретро -йыр башҡарыусылар конкурсы мәлендә гәзиткә яҙылыу ойоштороуыбыҙ, унда Үрге Әрмет ауылынан Рима Шәфиеваның “Айгөлдән билмәндәр”/”Пельмени от Айгуль” магазин- цехынан 500 һумлыҡ сертификат отоуы тураһында хәбәр иткәйнек. Форсаты сыҡмай торҙомо, Рима редакцияға ошо көндәрҙә генә һуғылып, сертификатын алып ҡуйҙы.
- “Торатау” гәзитенә гел алдан уҡ яҙылып ҡуя торғайным. Быйыл нишләптер һуҙылды. Хеҙмәттәштәрем “Ретро шлягер” конкурсы барышында гәзиткә яҙылыу мөмкинлеге тураһында иҫкә төшөрҙө. Шулай көтмәгәндә бүләкле булдым, - тине ул ҡыуанысы менән уртаҡлашып.
Гәзит-журналдар, китап уҡырға яратыу - бәләкәйҙән һалынған тәрбиә. Рима Мөхәррәм ҡыҙы ла, хәреф танырға гәзит аша өйрәндем, тип әйтергә теләгәнемде ҡеүәтләп ҡуйҙы. Ошо урында “Аҡбуҙат” журналы баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллинаның һүҙен хәтергә алғы килә. “Бөгөн үҙ телебеҙҙә баҫылған күркәм балалар журналын ҡулына алмаған бала үҫкәс милли матбуғатҡа иғтибар бирерме икән?”- тип мөрәжәғәт итә ул замандаштарға.
- Өйҙә гәзит-журналдарҙарҙы бала саҡтан күпләп алдырҙыҡ. Әле лә хәтерҙә өләсәйемдең “Совет Башҡортостаны” гәзитенә ҡарап миңә хәрефтәр өйрәткәне. “Торатау” ҙан бер ҙә өҙөлгән юҡ. Килеү менән район яңылыҡтарын ҡарап сығам, ауылдаштар тураһында мәҡәләләр күренһә, бигерәк тә күңелле, -тине әңгәмәсем.