Киләһе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылыу кампанияһында почта бүлексәләренә сығып бүләк оттороуҙы Көҙәндә йомғаҡлап ҡуйҙыҡ.
Эйе, был юлы бөтәһенә лә өлгөрә алманыҡ. Районда 17 почта бүлексәһе булһа, ҡалғандарында ла бүләк отошто йыл аҙағында үткәреп ҡуйырға ниәт бар. Гәзит уҡыусылар мөмкинлектәребеҙҙе аңлап, 2022 йылға матбуғатҡа яҙылыу осоронда ла беҙҙе көтөп алыр тип ышанабыҙ.
Көҙәндә бына нәҡ шулай булды. Бүләк оттороу хаҡында алдан белеп, почта бүлексәһенә күмәк килеп торғандар.
Ауылға сәфәребеҙ 22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнөнә тура килгәйне, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына, тыл ветерандарына ҡуйылған һәйкәл эргәһендә уҡыусы балалар ҡатнашлығында митингыла ла булырға өлгөрҙөк. Илһөйәр рухлы саранан һуң уҡыусылар ҙа отош менән ҡыҙыҡһынып, беҙгә үҙҙәре бүләк отоусылар һандарын сығарып торҙо.
- Ул килмәгән, яҡын ғына йәшәй, үҙем һөйөндөрөрмөн! – тип бер нисә кешегә бүләкте күршеләре алды. Күптәнге гәзит уҡыусыбыҙ Рәжәп ағай Зарипов иһә беҙҙе иң беренсе булып ҡаршылаусы ине, уға ла бүләк яҙған булып сыҡты.
- “Торатау”ҙы баҫыла башлағандан бирле алдырам, бер тороп ҡалғаным юҡ. Мөмкинлек табып, беҙҙең күңелде күрергә килгәнһегеҙ, рәхмәт. Әле бына ручкалар йыйылмаһы эләкте, хәҙер велосипед оттороуығыҙҙы көтәбеҙ инде, - тине йылмайып Рәжәп ағай.
Оло ағайҙарҙың береһе Ришат Хисамовҡа ла ҡупшы ғына сүмес эләкте, хужалыҡта файҙаға ярап ҡалыр. Күршеләренә, туғандарына эләккән бүләктәр өсөн дә ихлас шатланды осрашыуға килгәндәр. Асыҡ һауала мәҙәниәт йорто ҡаршыһында үткән сараны береһе ситтән күҙәтһә, элекке замандағы кеүек автолавка килгәнме әллә, тиер ине, моғайын. Ундай машинабыҙ ғына юҡ ине. Эйе, арабыҙҙа төрлө кешеләр бар, 60-70 һумлыҡ бүләгегеҙгә иҫ китмәй әле, тип әҙерәк күңелде китеп алғандары ла, тырышлығыбыҙҙы хөрмәтләп, килеп тороғоҙ, тип оҙатҡандары ла. Һәр хәлдә почта бүлексәләренә сығып, бүләк отош ойоштороуҙы беҙгә өҫтән берәү ҙә йөкмәтмәне. Бағымсылар табып, ҡулдан килгәнсә тырыштыҡ.
Ауыл үҙ тормошо менән йәшәй. Шатлыҡлы ваҡиғалар ҙа, күңелһеҙерәге лә булып тора. Бүләк отошто тамамлап, Әхмәтзәки Вәлидиҙең йорт музейына ошо көн уңайынан
ойошторолған “Уян, илем!” күргәҙмәһе менән дә танышып сығайыҡ тип юлланғанда биләмә хакимиәте башлығы Илдус Шәйәхмәтовты осраттыҡ. Бөгәсә ауылда шәхси хужалыҡтарҙың береһендә һарай янған икән, йәшен атҡан тигән фекерҙәләр. Янғын надзорынан белгестәр килгәйне.
- Хәҙерге заманда берәүҙе лә матбуғат баҫмаларына ихтыярынан тыш яҙҙыртып булмай. Әлбиттә, район тормошона битараф булмаған, милли баҫмалар хаҡында уйлаған кеше гәзиткә ваҡытында яҙылып ҡуя, - ти Илдус Әүхәҙи улы.
Шулай, хаҡтар тешләшкән, өҫтәүенә интернет көнәркәш булған заманда ауыл кешеһе гәзитле булыу өсөн 900 һумдан ашыу аҡсаһын арттырырға тейеш. Бер нимәгә ҡарамай гәзиткә тоғролоғон һаҡлаған яҡташтарыбыҙға оло рәхмәт!
- Почтальон булып 14 йыл эшләнем, быйыл пенсияға китергә ине. Беҙҙән һуң йәштәр килерме икән, тип тә борсолам, - ти Альмира Хәлилова.
Уның һүҙен почтальон Риф Мырҙабаев та ҡеүәтләне. Ул да декабрҙә хаҡлы ялға йыйына икән. Борсолоуҙары урынлы. Гәзиткә яҙылыу иң ҡыҙған осорҙа бер нисә ауылда почтальон таба алмауҙарын ишетеү ҡыйын булды. Почта хеҙмәте өсөн көнүҙәк проблема беҙҙең эштә лә туранан-тура сағыла. Күренекле сәйәсмән һәм ғалим, шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе Әхмәтзәки Вәлиди музейына ошо арала юлыбыҙ төшмәй тора ине. Музей етәксеһе Миннира Вәлиева, кесе ғилми хеҙмәткәрҙәр Сәүиә Вәлиева, Лилиә Шәйәхмәтова ихлас ҡаршы алды. Музейҙың бер өлөшөндә Хәтер һәм ҡайғы көнөнә ҡарата бай күргәҙмә әҙерләгәндәр. Класс етәкселәр Гөлдәр Камалова уҡыусыларында тарих менән ихлас ҡыҙыҡһыныу, илһөйәр рух тәрбиәләй белгән. Балалар күргәҙмәлә ҡарт олатайҙарынан ҡалған ҡомартҡылар булыуын дә әйтте. Көҙән ауыл Советынан Бөйөк Ватан һуғышына 396 кеше китеп, бик күптәре яу яландарында һәләк булған. Иҫән ҡайтҡандары ла хәҙер был донъяла юҡ инде. Музей етәксеһе балаларға һуғыш яугирҙары Минеғәле Сәмиғуллин, Зәйләғи Зарипов, Әбделхаҡ Зарипов, Фәтҡулла Ибәтуллин, Минебай Ғәлиуллин, Әбүбәкер Шаймарҙановтарҙың һуғыш һәм тормош юлы тураһында һөйләне. Балаларҙың яугир олатайҙары буйынса эҙләнеү эштәре һөҙөмәтһен май айында редакция үткәргән конкурста ла күргәйнек. Шундай эштәргә дәртләндереүсе уҡытыусыларына рәхмәт!
Вәлиди ҡойоһонан һыу эсеп, ҡайнар һауалы ҡалаға юл алғанда, көйлө генә ауыл тормошо менән йәшәп ятҡан көҙәндәргә бер аҙ көнләшеп ҡуйҙыҡ.
Резеда ШӘНГӘРӘЕВА фотолары.