Матбуғат
25 Июнь 2021, 12:27

Ҡәҙерле яҡташтар!

Шылтыратыуҙарға ҡарағанда, арағыҙҙа гәзиткә яҙылырға теләп тә быны эшләп өлгөрмәгәндәр бар әле. Нисек ярҙам итәйек икән? Ҡала һәм ҡала халҡы 1 июлгә тиклем тура редакцияға мөрәжәғәт итә ала. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр ял көндәре лә эшләйәсәк – һенҙҙе 26 һәм 27 июнь иртәнге сәғәт 10-дан төшкө 2-гә тиклем Совет урамы, 88-се йорт (1-се ҡат) адресы буйынса көтәбеҙ.

Район халҡына иһә “Торатау”ға яҙылып ҡалыу өсөн ни бары ошо ике көн ҡалды. Почтальондарығыҙ, эш көнөм түгел, тимәҫ. Уларға ҡыйыу мөрәжәғәт итегеҙ. Гәзиткә яҙылғандар квитанция фотоларын, күсермәһен беҙгә ебәрергә онотмаһын ине. Быны гәзиттең Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмө аша, ябай почта йә иһә электрон адресҡа (toratau@mail.ru) хат ебәреп эшләй алаһығыҙ. Велосипедты 5 июлдә отторасаҡбыҙ!
Район гәзитен ҡағыҙ форматта ҡулға алып түгел, ә компьютер аша ғына уҡырға теләгәндәргә электрон подписка юлы бар икәнен дә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Бының өсөн rbsmi.ru сайтына үтеп, ПОДПИСКА тигән бүлектә алфавит буйынса “Т” хәрефле гәзит-журналдар араһында “Торатау”ҙы табырға кәрәк. Карта аша түләү ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай.
Киләһе ярты йылда ла бергә булайыҡ!
Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас