Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙы менән Фәһим Камил улы Шәриповтарҙы Ишембайҙа яҡшы беләләр. Балаларының өсөһө лә бәләкәйҙән район мәҙәниәтен үҫтерешә - һис арттырыу түгел был.
Фәһим Камил улы Һайран мәктәбен етәкләй, Гүзәлиәнең дә һөнәре яуаплы, игелекле - бала табыу йортонда эшләй.
Алмаз ӨДНТУ-ның икенсе курсына бара, бейеүгә ғашиҡ егет. "Берғамыт" халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы ла. Эльвина - Ә.Вәлиди исемендәге 2-се БГИ-ның 9-сы класын тамамлаған. Мәктәптең "Йәйғор" телестудияһы алып барыусыһы, "Илһам" вокал төркөмө солисткаһы (етәкс. Регина Төхвәтуллина). "Урал батыр" конкурсында еңеү ҙә Эльвинаның үҙенә ҙур ышаныс өҫтәй.
Искәндәр быйыл 5-се класты тамамланы, "Аҡбуҙат" ансамбленда бейей, апаһы кеүек телевидение эшендә ҡатнаша.
Шәриповтар бергә сәйәхәт итергә ярата, ғөмүмән, улар берҙәмлеге, дәрте менән алдыра ла инде.
2016 йылда "Йәш ғаилә" конкурсында Гран-при яулаған ғаиләгә тик уңыштар теләйбеҙ!
Улар әйтеүенсә, был конкурста ла балаларының әүҙемлегенә, төрлө ярыштарҙа үҙҙәрен һынап ҡарау теләгенә таяналар.