Матбуғат
18 Июня 2021, 15:33

Этҡолда ла булдыҡ, хәҙер – Көҙәнгә!

Этҡол почта бүлексәһе “Торатау” ҙы алдырыу буйынса электән әүҙемлек күрһәтһә, был юлы ла матур ғына итеп яҙылып киләләр. Икенсе ярты йыллыҡ һөҙөмтәләренә килгәндә, әле почта бүлексәһе буйынса 120 кеше яҙылған, уларҙың 56 –һы – Этҡолға, 21-е - Уразбайға , 43-ө Аҙнай, Хажыға тура килә. Был ауылдарға гәзитебеҙҙе өс почтальон тарата.

Осрашыуға килеүсе гәзит уҡыусыларыбыҙ ярҙамында алып килгән бүләктәребеҙ йәһәт кенә уйнатылды. Бүләк отоусылар биҙрә, сүмес, дуршлаг, бысаҡ үткерләгес һәм башҡа хужалыҡта кәрәкле әйберҙәренең файҙаһын күрер тип ышанабыҙ. Этҡолдан Зилә Үмәрбаева, Әсҡәт Фәтҡуллин, Суният Ихсанов, Раушания Халиҡова, Р.Ниғмәтуллина, Зөлфиә Яҡупова, И.Мөхәмәтова, Н.Әйүпова , Хәйҙәрйән Әхмәҙуллин, Гөлдәр Йәрмөхәмәтова, Хажынан Фәрит Дауытов, Нәзифә Ғәлиәскәрова, Аҙнайҙан Наилә Усманова, Рәүҙәт Хәйруллин, Минһылыу Йәнбирҙинаға редакциябыҙ бүләктәре яҙҙы.
Үҙҙәре килгәндәргә бүләктәрҙе ҡулдарына тапшырҙыҡ. Ҡалғандарға почтальондар алып барып еткерер. Өлгөр, тырыш почтальон апайыбыҙ Фирҙәүес Кинйәбулатова осрашыуға килеүсе “Торатау”ҙы уҡыусыларға үҙенең тәмле ҡороттарын да таратып күрешеү байрамын йәмләне.
Читайте нас