Матбуғат
17 Июня 2021, 06:16

Хафизовтар кеүек булдырығыҙ әле!

Светлана менән Булат Хафизовтар ғаиләһенең девизы “Алға! Тик бергә!” тиһәк, һис яңғылышмабыҙ. Уларҙы район кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа, һөнәри ярыштарҙа йыш күрергә була. Булат Ишембай ҡалаһындағы ин көслө заводтарының береһе булған “Инман”да 20 йылға яҡын слес арь булып эшләй. Ул ҡеүәтле кран-манипуляторҙар етештереүсе заводта "Ин яҡшы йәш слесарь" исемен дә яулағайны.

Светлана - балалар табибы. Һөнәренә дөрөҫ килеүе уның йөҙөнә яҙылған. Балҡып торған ихлас ҡарашы, балалар, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табыуы – аҡ халатлы врач апай тап шулай булырға тейештер ҙә!
“Ғаиләбеҙҙең биҙәге, бәхете - ике ҡыҙыбыҙ. Самира 1-се гимназияның 5-се класын тамаманы, Гагарин кубогына олимпиадаларҙа уңыш ҡаҙана, информатика буйынса район этабының енеүсеhе булды.Мәликә әлегә балалар баҡсаhына йөрөй, дәртләнеп хореография түңәрәгенә йөрөй.
2017 йылда “Йәш ғаилә” район конкурсында 1-се урын яулағайныҡ. Бындай саралар ғаиләне тағы ла дәртләндереп, сәмләндереп ебәрә. Туғандар ҙа ярҙамға ойоша һала. Шуға әле лә редакция иғлан иткән конкурста үҙебеҙҙе һынап ҡарамаҡ булдыҡ. Балаларға ла был бер матур өлгө. Бар ғаиләләргә уңыштар теләйбеҙ!”, - тип яҙған Светлана. Афарин! Дәртегеҙ өсөн рәхмәт!
Яҡташтар, ауылдаштары сағыу Хафизовтар ғаиләһе өсөн тауыш йәлләмәйәсәк, әлбиттә!
Читайте нас