“Торатау” гәзитенә киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында бүләк оттороу сараһы бөгөн Һайран почта бүлексәһендә лә бик күңелле итеп үтте. Осрашыуға балалары менән бергәләшеп килеүселәрҙе күргәс, күңел тағы ла күтәрелде.
Почта бүлексәһе начальнигы Айгөл Вәлишина, почтальон Гөлфиә Ғәлимова менән берлектә дәррәү генә итеп отошто уҙғарҙыҡ. Алып килгән бүләктәр Һайран, Биксән, Бәләкәй Мәҡсүт, Арлар ауылдарында йәшәүсе гәзит уҡыусыларыбыҙға сыҡты. Был исемлектә Кинйәбикә Зинурова, Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Фәниә Баймырҙина, Рәғиҙә Таһирова, Гөлнур Тимерғәлина, Сәлимә Заманова, Рәжәп Йәнтүрин, Флүр Ишмәтов, Азамат Яҡупов, Зинур Ғүмәров, Минзилә Бирҙеғолова, Мөнир Сөләймәнов, Сәүиә Яҡупова бар.
Риф ағай Хәсәнов Салауат ҡалаһында йәшәүсе дуҫы Мөнир Сөләймәновҡа “Торатау” ға яҙылыу бүләк иткән булһа, ул квитанцияға редакцияның бүләге лә тә яҙҙы. Дуҫтарын, туғандарын гәзиткә яҙҙыртып, яҡындарын һөйөндөргән ағайға беҙҙең дә рәхмәтебеҙ ҙур.