Таныш булығыҙ - Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан Рәмзиә һәм Ринат Ҡоҙашевтар ғаиләһе.
Хәйер, мәҙәни һәм спорт сараларында ҡайнап йәшәгән был дәртле ғаиләне районда кем белмәй икән?
“Беҙ спорт яратабыҙ, төрлө ярыштарҙа һәм кокурстарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ, балалар менән әүҙем, тәьҫораттарға бай ял яратабыҙ. Быйыл Салауат улыбыҙ 7-се класҡа, ҡыҙыбыҙ Розалия беренсегә бара.
Иптәшем Ринат Фаил улы ауыл мәктәбендә физкультура, география уҡытыусыһы, спорт методисы, үҙем балалар баҡсаһында логопед булып эшләйем”, -тип яҙа Рәмзиә.
Тыйнаҡ, булдыҡлы, шул уҡ ваҡытта көслө рух, матурлыҡҡа ынтылыш - былар барыһы ла Ҡоҙашевтар хаҡында. Улар өлгөһөндә быуындар бәйләнеше көсөн, олатай-өләсәй тәрбиәһен күреп үҫкән балаларҙың ни тиклем бәхетле булыуын да аңлайһың. Уңыштар һеҙгә, Рәмзиә, Ринат, күркәм ғаиләгеҙ өсөн тауыш биреүселәр бик күп булыр тип уйлайбыҙ.