Матбуғат
15 Июнь 2021, 13:09

Бүләк Рима Шәфиевала!

Дуҫтар, шәп байрам үтте, ә бүләктәр һаман таратылманы) Хәтерегеҙҙәлер, ретро-кисә мәлендә "Торатау" гәзитенә яҙылыусылар араһында бер бүләк уйнатабыҙ тигәйнек. Хәҙер бына баш ватабыҙ, уны кемгә бирергә икән - Үрге Әрметтән Рима Шәфиевағамы, әллә байрамдың ҙур ҡунағы, республиканың баш автоинспекторы (бөгөнгәсә) Динар Ғилметдиновҡамы?

Динар Заһит улы район гәзиттәренең икеһенә лә икешәр дана яҙылып, уларҙы ветерандарға адреслауыбыҙҙы һораны. Әлбиттә, беҙ быны эшләп тә ҡуйҙыҡ. Ҙур рәхмәт һеҙгә!
Ә бүләк - эшҡыуар Айгөл Йосопованан 500 һумлыҡ сертификат, шулай итеп, Рима Шәфиеваға яҙҙы. Шундай дәртле гәзит уҡыусыларыбыҙ булыуы - үҙе шатлыҡ! Рима икенсе бүләккә лә дәғүә итмәксе ине, уны ла шартына килтереп үтәне - байрам мәлендә "Торатау" гәзите тотоп, төркөмгә фотоһын һала һалды. Әммә нисек кенә һөйөнһәк тә, бер үҙенә ике бүләк тотторһаҡ, ҡайһы берәүҙәр аңламаҫ тип, "Лондон" матурлыҡ салонынан сертификатты икенсе юлға ҡалдырып торҙоҡ. Кемгә, ни өсөн бирергә - уныһын ғына уйлап табырбыҙ)
Үрге Әрмет мәҙәниәт йортон гөрләтеүсене редакцияла көтәбеҙ - Рима, һәр ваҡыт шулай һылыу, дәртле булып ҡалығыҙ!
Читайте нас