Ауылдарға сығып бүләк оттороу йолаһын дауам итеп, был аҙнала Әрмет һәм Васильевка почта бүлексәләрендә булдыҡ.
Хаҡтар осһоҙораҡ булған декада ваҡыты йоғонто яһаймы, гәзиткә яҙылыусылар һаны арта бара. Үрге Әрмет, Түбәнге Әрмет, Әрметрәхим ауылдары буйынса киләһе ярты йыллыҡҡа әле 50-нән ашыу кеше “Торатау” ға яҙылған. Ун көнлөк тамамланыуға ваҡыт бар, шуға бының менән генә туҡталып ҡалмаҫтар тип ышанабыҙ.
Шулай итеп, Үрге Әрмет почта бүлексәһе буйынса бүләк отоусыларҙың исемлеге менән таныштырабыҙ: Ғаян Дәминов, Зилә Дәминова, Ғизетдин Фәтҡуллин, Фаил Фәхриев, Дамир Маннапов, Фирҙәүес Рәхмәтуллина, Фәниә Ғәйнуллина, Рәйсә Сиражетдинова, Флүр Мансуров, Зөфәр Ғәниев, Лилиә Әхмәтова, Минһылыу Кәримова, Шамил Сәмиғуллин. Микротулҡынлы мейес өсөн ҡапҡас, уңайлы контейнерҙар, янғын иҫкәрткестәр, ҡупшы тәрилкәләр һәм башҡа бүләктәр үҙ эйәләрен тапты.
Васильевка почта бүлексәһе буйынса, ә бында Ғүмәр, Алмалы, Ҡалмаҡ ауылдары ла ҡарай, алдағы ярты йыллыҡҡа 20 кеше “Торатау”ға яҙылған. Был тарафта йәшәүселәр ҙә бының менән генә сикләнеп ҡалмаҫтар, моғайын. Әлеге көндә 36 йортҡа район гәзите килә. Почта начальнигы Эльвира Манахова, почтальон Эльвера Хәкимова ҡатнашлығында был ауылдарҙа яҙылыусыларыбыҙ араһында ла бүләктәр отторолдо. Ғүмәрҙән Н.Ғәбитова, Р.Айытбаева, И.Кәримова, С.Мәҡсүтова, З.Мәҡсүтова, И.Ғизәтуллина, Р.Ишматова, Г.Ғәббәсова, Д.Ильясов, Р.Ниғмәтуллин, Алмалынан М.Ғиниәтуллин, А.Рәхимов “Торатау” бүләктәрен отто. Әмәлен килтереп, бүләктәрегеҙҙе почта бүлексәһенә инеп алығыҙ!
Шуны ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әле ваҡ бүләктәр отҡандар ҙа редакцияның төп бүләгенә дәғүә итә ала. Ә ул – велосипед! Квитанцияларығыҙ күсермәһен, фотоһын үҙегеҙгә уңайлы юл менән редакцияға ебәрергә онотмағыҙ. Барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ!
Бүләктәр отошонан тулыраҡ мәҡәләне гәзиттән уҡырһығыҙ.