Ошолай бергәләп йыйылған мәлдәр - беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, бәхетле ваҡыт. Әсәйем менән атайым биш бала үҫтереп, хәҙер 12 ейән-ейәнсәренә, өс бүләләренә тәрбиә-наҙын мул өләшә. Беҙ уларҙы һәр ваҡыт һау-сәләмәт, бәхетле итеп күргебеҙ килә, Хоҙай тәғәлә уларға оҙон ғүмер насип итһен!