Матбуғат
10 Июнь 2021, 11:01

Бәхетле ғаилә – тормош тотҡаһы

Беҙ - Смаҡай ҡасабаһында йәшәүсе Насыровтар ғаиләһе. Фотола ҡәҙерле тормош иптәшем Әлмир Шәрифулла улы, мин - Фәүзиә Нури ҡыҙы, ҡыҙҙарыбыҙ Наилә, Гүзәл, улыбыҙ Наил, киленебеҙ Анастасия, кейәүҙәребеҙ Айҙар, Рауил, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ Руфина, Розалия, Ильяс, Самира, Артур, Рауил һәм Йәсминә.

Беҙ дуҫ, татыу, ярҙамсыл, ауылдаштарға терәк булып йәшәргә ынтылған ғаилә. Балаларыбыҙ өсөн генә түгел,ә барлыҡ яҡындарыбыҙ ғорурлығы булып донъя көтөргә тырышабыҙ. Бер-беребеҙҙе һайлап яңғылышманыҡ, беҙҙең хаҡта силәгенә күрә ҡапҡасы тиергә булалыр. Ғаиләлә бер-беребеҙгә терәк, тоғро ир менән ҡатын, өс балабыҙҙың ғаиләһен ҡайғыртыусы атай менән әсәй, ете ейән-ейәнсәребеҙгә яратҡан олатай менән өләсәй, килен һәм кейәүҙәребеҙҙән хөрмәт ҡаҙанған киң күңелле кешеләр беҙ.
Редакция иғлан иткән «Минең ғаиләм» конкурсында ҡатнашып, йәмғиәттә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек, тинек.
Читайте нас