Матбуғат
9 Июнь 2021, 07:52

Этҡол йәме Абдрахмановтар!

Был ғаиләне районда яҡшы беләләр тиһәк, һис хаталанмаҫбыҙ. Мәҙәниәт өлкәһендә, район тормошонда ҡайнап йәшәүсе Абдрахмановтар. Рушан менән Азалия балалары Элина, Искәндәрҙе үҙҙәренең тормош өлгөһөндә һөйөү-наҙға төрөп үҫтерә.

Был ғаиләне районда яҡшы беләләр тиһәк, һис хаталанмаҫбыҙ. Мәҙәниәт өлкәһендә, район тормошонда ҡайнап йәшәүсе Абдрахмановтар. Рушан менән Азалия балалары Элина, Искәндәрҙе үҙҙәренең тормош өлгөһөндә һөйөү-наҙға төрөп үҫтерә.
“Беҙ – ижади ғаилә. Рушан электрогитарала уйнай, ҡыҙыбыҙ балалар сәнғәт мәктәбендә фортепьяно класында уҡый, спорт-бал бейеүҙәренә лә йөрөй башланы. Искәндәр әлегә балалар баҡсаһында үҙенең уңыштары менән шатландыра, үҙе дәртләнеп мультфильмдар аша инглиз теленә өйрәнә. Уның сабый саҡтан ярыштарға йөрөүе лә хәҙер ғәҙәти күренеш кеүек. Район-ҡала кимәлендә “Йәш ғаилә” конкурсында 1-се урын яулабыҙҙы ла ҡыҙыҡлы хәтирәләр менән иҫкә алабыҙ. Бәлки пафослы яңғырар, әммә тормош мәғәнәһен балаларҙы тыуған иле, халҡы өсөн файҙалы шәхестәр итеп тәрбиәләүҙә күрәбеҙ. Тәбиғәткә яҡын булһындар, камиллыҡҡа ынтылһындар!

Үҙем иһә йырларға яратам, ҡыҙыҡлы видеолар төшөрәм. 2017 йылда, декрет ялына тиклем, “Йыл йәштәре” номинацияһында “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” тип танылғайным. Мәҙәниәт йортонда эшләүсенең хеҙмәтен аңлап тораһығыҙҙыр, иң мөһиме – ғаиләм, эшем ҡанатландыра!” тип яҙған Азалия.

Ихлас, дәртле, булдыҡлы Абдрахмановтар ғаиләһе өсөн конкурстың икенсе этабында тауыш бирергә әҙер булығыҙ, дуҫтар!
Читайте нас