Беҙ Ишембай районының иң матур ауылдарының береһе - Әхмәр ауылынан Аралбаевтар ғаиләһе. Был фотола минең ҡайным Таһир Минеғол улы һәм ҡәйнәм Зөмәрә Миниәхмәт ҡыҙы. Минең тормош иптәшем Илдус Таһир улы, мин Илмира Урал ҡыҙы һәм беҙҙең балаларыбыҙ Зарина, Ильяс, Илназ. Ҡәйнешем Юлай Таһир улы, килендәшем Әлфиә Азамат ҡыҙы һәм уларҙың бәләкәстәре Самира. Һеҙҙең " Минең ғаиләм" тигән конкурсығыҙҙа ҡатнашырға теләк белдерҙек.
Йәшәргә көс-дәрт биргән туғанлыҡ тойғоһо, ошолай бергәләп йыйылып ихлас аралашыу, бер-береңә терәк-ҡанат булыу - һәр ғаилә өсөн иң ҙур бәхет. Икенсе этапта туғандар, дуҫтар беҙҙең өсөн тауыштарын йәлләмәҫ тип өмөтләнәбеҙ.